+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Июнь 2022, 16:00

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!

Дүрт йыл дүрт көн кеүек һиҙелмәйсә үтеп тә китте. Ҡасандыр белем усағына ҡыйыу­һыҙ ғына аяҡ баҫҡан кескәй уҡыусыларым хәҙер инде үҙ аллы, үткер ҡарашлы, төплө фекерле булып үҫеп етеп, башланғыс мәктәп менән хушлашты.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!


Быйылғы уҡыу йылында гимназиябыҙҙың IV синыфын 19 уҡыу­сы уңышлы тамамланы. Синыфта малай­ҙар ҡыҙҙарҙан ике тапҡырға күберәк ине, үҙ-ара татыу һәм дуҫ булдылар. Улар үҙҙәренең шаян­лығы, йылғырлығы, отҡорлоҡтары, бар ергә лә өлгөрөүҙәре менән айырылып тор­ҙо. Уҡыу яғынан да, спортта ла һынатманылар, алдынғылар рәтендә булдылар. Дүрт йыл эсендә төрлө конкурс­тарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап, ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы ҡыуандырып торҙолар.
Күңелемдә һәр ҡайһыһы тураһында шиғыр юлдары тыуҙы.

Күп китаптар уҡырға
Ярата Снежанна.
Һандар менән эш итә,
Мәсьәләне тиҙ сисә.


Илнарыбыҙ – көрәшсе,
Тупты ла төҙ бәреүсе,
Шәп йүгерә, ярыштарҙа
Һис юҡ уға етеүсе.


Айгиз – беҙҙең шәп рәссам,
Оҫта һүрәт төшөрә,
Илһам килһә, шиғыр яҙа,
Гармунда ла өҙҙөрә.


Ә Инсафтың күңеле саф,
Һәр кемгә ярҙам итә.
Ваҡ ҡына деталдәр менән
Бигерәк оҫта эш итә.


Уҡыуҙа ла, бар ерҙә лә
Өлгөр ҡыҙ ул Әлиә.
Үҙе шул тиклем зирәк,
Уның кеүектәр һирәк!


Синыфта бик тыныс ҡына
Бер малай бар, ул – Айназ.
Тырыш бул, һынатма бер ҙә,
Уңыштар булһын юлдаш!


Әҡсәндең дә һүрәттәре
Бик матур килеп сыға.
Үҙе ипле, аҡыллы ла,
Бар эште лә булдыра.


Радим атлы малайыбыҙ –
Йырсы ла, бейеүсе лә.
Күңелгә ҡыйын саҡтарҙа
Кәйеф күтәреүсе лә.


Каринабыҙ бигерәк маһир
Йырларға һәм бейергә.
Уңған булғас, дуҫтарға ла
Ярҙамлашып өлгөрә.


Дарина тигән ҡыҙыбыҙ
Бик йылғыр һәм дә зирәк.
Уның көслө тауышынан
Яңғырап тора төбәк.


Ислам да – бик шәп малай,
Дуҫтары ла күп хәҙер.
Ниндәй генә һорау бирмә,
Һәр саҡ яуабы әҙер.


Артёмыбыҙ спорт менән дуҫ,
Шәп йүгерә, төҙ ата.
Шуҡ һәм шаян был малайҙы
Барыһы ла ярата.
Алинабыҙ ҡыйыу, үткер,
Әйткән һүҙен һүҙ итә.
Уның һымаҡ тырыштарҙы
Яҡты киләсәк көтә.


Никита бик күпте белә,
Ҡыҙыҡһыныусан малай.
Һорауҙарҙы, эй, яуҙыра,
Үҙе күп һөйләй ҡалай.


Кристина тигән ҡыҙыбыҙ
Бигерәк нескә күңелле.
Үҙе шул тиклем ярҙамсыл,
Итәғәтле, һөйкөмлө.


Алмаз атлы егетебеҙ
Уйлап табырға оҫта.
Ҡыҙҙар менән шаярырға
Айырыуса ярата.


Ярҙамсыл да, етеҙ ҙә,
Шәп малай беҙҙең Таһир.
Ниндәй генә йомош ҡушма,
Бар эшкә лә ул маһир.


Раян бейергә төшкәндә
Иҙән һелкенеп тора.
Шиғырҙы ла оҫта һөйләй,
Әүәҫ яҡшы уҡырға.


Ҡурайҙа оҫта һыҙҙыра
Искәндәр атлы егет.
Тарих менән ҡыҙыҡһына,
Үҫә ул күпте белеп.


Бына шунда егет-ҡыҙҙар
Бишенсегә барасаҡ!
Шайморатов синыфында
Улар белем аласаҡ!

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусыларым!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: