+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Июнь 2022, 09:35

"Күңелле каникулдар мәктәбе"

Белем усағыбыҙҙағы ошондай үҙенсәлекле исемле лагерҙа уҡыусыларҙың 21 көнлөк йәйге ялы ойошторолдо. Уны отряд командирҙары Зарина Ҡазимова, Азалиә Солтанова рапорт менән асты. Һәр команда девиз, йыр әҙерләне. Флагты күтәреү хоҡуғы Вилдан Разетдиновҡа ышанып тапшырылды.

"Күңелле каникулдар мәктәбе"
"Күңелле каникулдар мәктәбе"

Иң тәүҙә отрядтарҙың башҡарған эштәренә баһаны белер өсөн «Ярыш экраны» эленде. Старт бирелде. Һәр көн ниндәйҙер исем менән уҙҙы. Мәҫәлән, «Изге эштәр», «Туп һәм обруч», «Шоколад», «Күңелле ҡәләм», «Мөғжизәләр», «Ҡур­ҡыныс көн», «Иң-иңдәр», «Көтөлмәгән хәлдәр»...
Уҡыусылар шулай уҡ «Изге эштәр» мискәһен дә тултырҙы. Унда балалар башҡаларға изге теләктәрен яҙҙы, тылсымлы һүҙҙәр һалды, кемгәлер ярҙам итеүҙәрен хәбәр итте. Игеҙәктәр Радмил менән Радмир Зәйруллиндар изге күңелле, ярҙамсыл малайҙар икәнен белдек.
«Позитивлы заряд ал!» тигән ҡулайлама аша балалар яҡшы кәйеф булдырҙы. Улар «Юғалған төшкө аш», «Эх, ошо төрлө туптар», «Йәш янғын һүндереүселәр», «Пушкин турниры», «Вампирҙар һәм өрәктәр парады», «Көлкө көнө», «Хеҙмәт йәрминкәһе» кеүек сараларҙа, «Йәйге Олимпия уйындары»нда бик теләп ҡатнашты. Айырыуса Самира Харисова, Мария Климина, Гөлназ Хәзетдинова, Наҙгөл Ниғәмәева, Даниил Касаткин әүҙем булды. Бөтә балалар ҙа ихлас уйнаны, көлдө.
Шундай тәрбиәүи, ҡыҙыҡлы уйындар менән ял ваҡыты һиҙелмәйсә үтеп тә китте. Финишҡа ла еттек. «Ярыш экраны» һөҙөмтәләре буйынса «Йондоҙҙар парады»нда иң әүҙем балалар ҡыҙыл келәм буйлап үтте. Бына улар: Мария Климина, Самира Харисова, Гөлназ Хәзетдинова, Азалиә Солтанова, Наҙгөл Ниғәмәева, Ләйсән Әсхәҙуллина, Вилдан Разетдинов.
Шулай итеп, лагерь етәксеһе Эльвира Фәнис ҡыҙы Зарипова, тәрбиәсе Рәмилә Рәфит ҡыҙы Хәзетдинова, физкультура уҡытыусыһы Мөҡәддис Ғүмәр улы Гәрәев тырышлығы менән бергәләп күңелле ял ойошторҙоҡ.

Фәнизә ҠАРАҒУЖИНА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Балтас районы, Тусыбай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: