+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Июль 2022, 15:25

Малайҙар ҙа бесәнгә төшкән

Шундай шәп улдары бул­ғанға атаһы менән әсәһе ҡыуанып бөтә алмай. Рамаҙан менән Рәсүл Мәһәҙиевтәр өйҙә уларҙың ышаныслы ярҙамсылары бит.

Малайҙар ҙа бесәнгә төшкән
Малайҙар ҙа бесәнгә төшкән

Бәлә­кәйҙән эш­кә өйрәнеп үҫәләр. Рамаҙан – III, ә ҡус­тыһы Рәсүл I синыфты тамамлаған. Әле бесән сабыу мәленең ҡыҙған са­ғы. Ма­лай­ҙар ата­һына ихлас яр­ҙам­лаша. Рамаҙан трактор ҙа йөрөтә белә икән.
Ауылда эш күп инде. Был малайҙар­ҙы картуф баҡса­һында ла күрәһең. Ата-әсәһенә мал да ҡараша улар. Ә бер көндө Рәсүл әсәһенә мәтрүшкә сәскәләре йыйып алып ҡайт­ҡан, ныҡ ҡыуандыр­ған үҙен.
Был ғаиләлә балалар дини тәрбиә алып та үҫә. Рамаҙан аҙан ҡысҡыра белә. Хатта уны Башҡортостан юлдаш телевидение­һының «Йома» тапшырыуына төшөргәндәр.
Һай, афариндар!

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.
Ишембай районы, Ибрай ауылы.

Малайҙар ҙа бесәнгә төшкән
Малайҙар ҙа бесәнгә төшкән
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: