-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
1 Август 2022, 15:25

Хыялы тормошҡа ашҡан

Батыр һәйкәле янында ҡәнәғәт баҫып торған был малай – Нурбулат ДӘҮЛӘТҠУЖИН. Баш ҡалаға Бөрйән районының Тимер ауылынан килгән ул. Быйыл II синыфты тамамлаған.

Хыялы тормошҡа ашҡан
Хыялы тормошҡа ашҡан

Өфөгә эш буйынса ғына юлдары төшһә лә, әсәһе ваҡыт табып, улына Салауат Юлаев май­ҙанын күрһәткән. Сөнки милли батырыбыҙҙың һәйкәлен күреү Нурбулаттың күптәнге хыялы булған.
Бындағы матурлыҡҡа хайран ҡалған малай. Ҡурай тажын хәтерләткән фонтанды ла ихлас күҙәткән.
– Һәйкәл дә, фонтан да, «Торатау» конгресс-холы ла ныҡ оҡшаны. Иҫтәлеккә фотоға ла төшөрҙөм. Электросамокатта ла йөрөп ҡараным, әсәйем кафеға алып инеп тә һыйланы, – тип тәьҫорланып һөйләй Нурбулат.
Өфөнән ҡанатланып ҡайтҡан малайҙың ҡал­ған ялы ла күңелле үтер әле. Хыялдарҙы ысын иткән мөғжизәле бит ул каникул!

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: