+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
2 Август 2022, 09:35

Айһылыу мәктәпкә барасаҡ

Өфө ҡыҙы Айһылыу ЯҠУПОВА быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ. Быға тиклем ҡаланың 262-се балалар баҡсаһына йөрөнө ул.

Айһылыу мәктәпкә барасаҡ
Айһылыу мәктәпкә барасаҡ

Николай Гастелло исемендәге спорт клубында художестволы гимнастика менән ихлас шөғөлләнә. Һәр элементтарын еренә еткереп, оҫта башҡара. Көйәрмәндәр алдында ҡаушамай, тренерының әйткәндәрен теүәл үтәй. Кескәй Айһылыу инглиз телен дә өйрәнә. Түңәрәк етәксеһе үҙен иң зирәк һәм һәләтле балалар рәтенә индерә.
– Портфолиоһында бер нисә Маҡтау ҡағыҙы бар. Баламдың уңыштары алда әле, – ти әсәһе Наилә Насир ҡыҙы.
Эшкә лә әрһеҙ үҙе. Айһылыу – әсәһенә өй йыйыштырыуҙа, аш-һыу әҙерләүҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы ла.
Атаһы Адик Мәғәфүр улы Көньяҡ Урал дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған, менеджер һөнәренә эйә. Әсәһе БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алған. Ҡыҙҙары Айһылыу менән улдары Даниярҙы һөйөү-наҙға күмеп кенә, аҡыллы, тырыш булырға өйрәтеп тәрбиәләй улар.
Әле Яҡуповтар ғаиләһе Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылында ял итә. Балаларға олатай-өләсәй янында күңелле, Әй йылғаһында рәхәтләнеп һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар. Кинәнеп ҡалһындар әйҙә. Айһылыуҙы көҙгә мәктәп көтә бит!

Илһам ЛАТИПОВ.

Айһылыу мәктәпкә барасаҡ
Айһылыу мәктәпкә барасаҡ
Айһылыу мәктәпкә барасаҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: