+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
5 Август 2022, 16:50

Ләйсәнгә причёскаһы килешә

Был һүрәттә ниндәй сит ил ҡыҙы тора, тип уйлай­һығыҙмы? Юҡ, ул Башҡорт­остандыҡы. Башҡорт ҡыҙы – Ләйсән СӘХӘБЕТДИНО­ВА. Дим биҫтәһендәге 102-се баш­ҡорт гимназияһының II cиныфын тамамланы, көндәлеген тик «бишле»ләр генә биҙәй икән.

Ләйсәнгә причёскаһы килешә
Ләйсәнгә причёскаһы килешә

Ләйсән матур итеп баш­ҡортса һөйләшә, «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡый. Әле яңыраҡ редакция ойошторған «Яҙыл да бүләк от!» уйынын үткәрешергә лә килде. Шунда ул беҙҙе матур причёскаһы менән һоҡландырғайны. Сәсен африкаса зизи стилендә үреп алған.
Сәхәбетдиновтар шәхси йортта йәшәй. Үҙҙәренең тауыҡтары бар. Ләйсән уларға ем һала, һыу ҡоя һәм көн дә йомортҡаларын йыйып ала. Аквариумдағы ташбаҡаны ла тәрбиәләй. Ҡустыһы Салауат менән икәүләп бәләкәс Әмир­ҙе ҡарайҙар.
Бына шундай тырыш, уңған ҡыҙ ул Ләйсән!

З. ӘҘЕҺӘМОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: