+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Август 2022, 16:15

"Тамыр" йондоҙо Мәҙинә

Йәйҙе бик ярата Мәҙинә. Рәхәтләнеп ял итә. Юғиһә уҡыу мәлендә ваҡы­ты бик әҙ. Юҡ, әлегә уҡымай ул, тиҙҙән I синыфҡа барасаҡ. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнде, конкурс­тарҙа ҡатнашты.

"Тамыр" йондоҙо Мәҙинә
"Тамыр" йондоҙо Мәҙинә

– Беҙҙең «Йәйғор» төркөмөнә йөрөнө Мәҙинә Ғү­мәрова. Бик матур ғаиләлә тәрбиәләнә. Баш­ҡортса ла, урыҫса ла таҙа итеп һөйлә­шә. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсында I урынға лайыҡ булды. «Сыңрау тор­на» легендаһын һөйләгәйне. Шулай уҡ «Илһам» конкурсында ҡыҙҙар менән бейеү буйынса районда еңеүсе булдылар, – ти 51-се балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Шәүрә Самарбай ҡыҙы Ярмуллина.
Шөғөлдәре күп Мәҙинәнең. «Сәңгелдәк» тапшырыуында алып барыусы. «Тамыр» йыр студияһында ла шөғөлләнә. Балалар телеканалы ойоштор­ған сара­лар­ҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Йырларға ғына түгел, бейергә лә ярата ҡыҙ. Ике йыл «Гүзәл-дэнс» төркөмөндә шөғөлләнгән, бер йыл Өфө­ләге Балалар ижады йортондағы «Маргарита» студия­һына йөрөй. Өйҙә саҡта Салауат һәм Урал ҡусты­ларына концерт ҡуйып ала ул.
Дүрт йәшенән уҡыр­ға өйрәнгән, яҙа ла белә. Өфөләге Мос­тай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына әҙерлек төркөмөнә йөрөгән, шунда I синыфҡа барасаҡ. Алдынғы, әүҙем уҡыусыларҙың береһе булыр әле, моғайын.
Ә әлегә йәйге матур көндәргә ҡыуанып, ял итеүен дауам итә. Атаһының тыуған яғына барғанда күршеләренең атында һыбай йөрөргә ярата Мәҙинә. Бөрө ҡалаһындағы өләсәһендә ҡунаҡта бул­ғанда иһә уға баҡса эштәрендә ярҙамлаша.
Ҡыҙ эҫе көндәрҙә туйғансы һыу инеп ҡа­лырға тырыша, ә ҡыш буйы бассейн­ға йөрөй.
– Балаларыбыҙҙы кешелекле, кеселекле, өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Улар халҡыбыҙ тарихын, йолаларын, геройҙарын, йырҙарын белеп, туған телен яратып, үҙ халҡы менән ғорурланып үҫергә тейеш, тип уйлайбыҙ, – ти Ирина һәм Руфат Ғүмәровтар. Бик хуп!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

"Тамыр" йондоҙо Мәҙинә
"Тамыр" йондоҙо Мәҙинә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: