+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Август 2022, 15:30

Таныш булығыҙ: Самир Латипов

Мәләүез ҡалаһынан Самир Латиповтың исеме күптәргә таныштыр. Сөнки был һәләтле малайҙың ҡатнашмаған сараһы, конкурсы юҡ, тиһәң дә хата булмаҫ. Ысынлап та, шулай.

Таныш булығыҙ: Самир Латипов
Таныш булығыҙ: Самир Латипов

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы баш­ҡорт гимназияһының III синыфына барасаҡ ул. Математика, урыҫ теле, информатика, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү – яратҡан фәндәре. Яҡшы уҡыусы малай Юрий Гагарин исемендәге кубокка үткәрелгән олимпиадала 3 кенә түгел, 5-әр фән буйынса ҡатнаша һәм урындар яулай.
Бәләкәй генә булһа ла, «Фәнгә бер аҙым» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында «Шайморатов генерал»ға ар­налған эше менән республика буйынса III урын ала. Үҙе һөйләй, йырлап та күрһәтә, ҡурайҙа көйөн уйнап ебәрә. Афған һуғышында һәләк булған ағаһы Таһир Кәримовҡа арналған эше менән интернет аша ойошторолған «Мин – эҙләнеүсе» тигән конференцияла III урынға лайыҡ була. Рәшит Назаров ижады буйынса «Назаров уҡыуҙары»нда «Донъя миңә гел йылмайып баҡты» тигән шиғырын һөйләп, еңеү яулай. Уҡытыусыһы – Миңзиә Аллабирҙина. «Урал батыр» эпосын да балалар баҡсаһынан уҡ ятлай башлай. Әлбиттә, әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙы ла улы менән ныҡлап шөғөлләнә.
Самир ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай һәм бейеү түңәрәгенә йөрөй. «Задоринка» өлгөлө бейеү ансамбленең солисы (етәксеһе – Алевтина Шиханова). «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашып, уңышҡа өлгәшкән. Өлгөр малай Балалар ижады йортондағы «Йәй­ғор» театр түңәрәгендә (Гүзәл Асҡарова ) һәләтен арттыра. Йырға ла маһир ул: вокал менән онлайн шөғөлләнә. Салауат ҡалаһынан Ильмира Рәйес ҡыҙы Бәҙретдинованың дәрестәрен бик ярата. Ошо арала уның ярҙамында «Мәктәбем» һәм «Әсәйем» йырҙарына клип төшөрмәкселәр. Самирҙы ҡала, республика кимәлендәге байрамдарҙа ҡатнашырға йыш саҡыралар. Йыр, бейеү, ҡурай конкурстарында халыҡ-ара кимәлдә еңеүсе ул!
Йәйге каникулында ла буш ваҡыты булмаған. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөгә «Башҡортостан 24», «Рәсәй 24» теле­каналдарына тапшырыуҙа ҡатнашырға саҡырғандар. Самир урыҫса ла, башҡортса ла интервью биргән. «Ҡанатлы бәүелсәктәр» тигән йырҙы башҡар­ған. Иглин районы Меңйетәр ауылында үткән «Ҡарға бутҡаһы» республика байрамында ла ҡатнашҡан ул.
Киноға ла төшкән Самир. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Муса Гәрәев» ҡыҫҡа метражлы фильмында Мотай ролен башҡарған. Был яңы шөғөлө уға бигерәк тә оҡшаған. Шул тиклем бай тәь­ҫораттар алып ҡайтҡан. Һәләтле актёр ҙа сығыр әле унан.
Самир – нәфис һүҙ оҫтаһы ла. «Минең Рәми – 90» төбәк-ара шиғыр бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе турға үткән, Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһына төшөргәндәр үҙен. Яратҡан шағирыбыҙҙың «Ҡурайсы» тигән шиғырын матур итеп һөйләй.
Әйткәндәй, бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә икенсе тур ҡатнашыу­сылары өсөн bash.news сайтында тауыш биреү башлана. Һайлап алынасаҡ туғыҙ кеше араһында Самир Латиповтың исемен дә күрербеҙ әле.
Мәләүез районын ғына түгел, Башҡорт­останыбыҙҙы бар донъяға танытырлыҡ егет үҫеп килә бит. Уға уңыштар теләйек!

Э. РӘШИТОВА.
Мәләүез ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: