+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
1 Сентябрь 2022, 15:35

Айыу күрҙем!

Быйылғы йәйем миңә ныҡ оҡшаны. Беҙ ғаилә менән Белорет, Әбйәлил яҡтарына зоопаркка, динопаркка бар­ҙыҡ.

Айыу күрҙем!
Айыу күрҙем!

 Айыуҙы күрҙем һәм уға сәтләүек ашат­тым! Зоопаркта бүтән хайуандар ҙа бар ине.
Динопаркта динозаврҙарҙың төр­ҙәре менән таныштым. Ҡайтышлай Белорет ҡалаһының төп майҙанына бар­ҙыҡ, батутта һикерҙек, фонтанды күр­ҙек. Ма­тур-матур урындарҙы фотоға тө­шөрҙөк.
Миңә был сәйәхәт ныҡ оҡшаны. Тиҙҙән II синыфҡа барам, был турала мәктәптә лә һөйләрмен әле.

Ынйы ШАҺИМӘРҘӘНОВА.
Мәһәҙей ауылы, Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: