+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
22 Сентябрь 2022, 11:45

Уға ҡарап һоҡланалар

Һүрәттәге был һылыу ҡыҙ Мәсетле районы Һөләймән ауылынан Луиза Кәримова була. Яңыраҡ Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең II синыфына уҡырға барҙы ул.

Уға ҡарап һоҡланалар
Уға ҡарап һоҡланалар

Балалар баҡсаһынан уҡ төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап йөрөгән ҡыҙ бер ҙә һынатмай. Яҡшы уҡыуы, һәр сарала әүҙем ҡатнашыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Аҡыллы, итәғәтле, изге күңелле, ярҙамсыл да үҙе. Синыфташтары араһында ла абруйы ҙур, дуҫтары ла күп. Уҡытыусыһы Гөлшат Риз­ван ҡыҙы Хәйбуллина ла Луизаны һәр ваҡыт маҡтап телгә ала, башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Уға айырыуса математика дәресе оҡшай икән. Спорт менән дуҫ булғас, физкультураны ла көтөп ала.
Оҙон сәсле һылыу ҡыҙ йыр-моңға ла ғашиҡ, рәсем яһарға ла әүәҫ. Һүрәттәре төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Күңелен һалып баш­ҡарғас, эштәре бик матур килеп сыға. Оригами, пластилиндан һындар яһау менән дә мауыға. Эштәре менән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа алғаны бар. Туған телен яратҡан Луиза – шиғыр һөйләү оҫтаһы ла. Мәктәп, район кимәлендә үткән бәйгеләрҙә лә гел иң-иңе булып таныла.
Ата-әсәһен, яҡындарын үҙенең уңыштары менән ҡыуандырып, һеңлеһенә үрнәк булып, матур хыялдар менән янып йәшәгән Луиза киләсәктә табип булырға теләй. Барлыҡ изге ниәттәрең тормошҡа ашһын, Алла бирһә!

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: