+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
6 Октябрь 2022, 09:40

Сағыу йондоҙ булып балҡыр әле!

Самира Әйүпова – Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Быйыл Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның I синыфына уҡырға барған. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк хәреф танырға, яҙырға, һанарға, уҡырға өйрәнгән тырыш ҡыҙ.

Сағыу йондоҙ булып балҡыр әле!
Сағыу йондоҙ булып балҡыр әле!

– Уҡыусы булыу ныҡ оҡшай. Математика, рәсем, йыр дәрестәрен көтөп алам. Синыфташтарым менән дуҫлашып та өлгөрҙөм, – ти ул.
Бейергә лә әүәҫ икән үҙе. Был һәләте барлығын күреп, ата-әсәһе ҡыҙҙарын 3 йәшенән ҡаланың «Варда» көнсығыш бейеүҙәре студияһына алып бара. Бына дүртенсе йыл инде шунда йөрөй. Хәрәкәттәрҙе тиҙ генә отоп ала, кәүҙәһе лә килешле. Һығылмалылығы, нәзәкәтлелеге менән башҡаларҙан айырылып торған был ҡыҙҙы бейер өсөн генә тыуған тиерһең!
– Иң мөһиме – үҙенә оҡшай, ҙур теләк менән йөрөй. Яр Саллы, Һамар, Ҡазан һәм баш­ҡа ҡалаларҙа уҙғарылған бейеү конкурс­тарында беренсе, икенсе урындарға лайыҡ булып, бик күп кенә миҙалдар менән дә бүләкләнде, – ти әсәһе Гүзәл ҡыҙы хаҡында.
Ата-әсәһенең һөйөү-наҙына төрөнөп, Данияр ағаһының хәстәрлеген тойоп, аҡыллы, матур, бәхетле булып үҫеп килә Самира. Кем белә, бәлки, уның исеме лә киләсәктә сәнғәт күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыр әле!

Сағыу йондоҙ булып балҡыр әле!
Сағыу йондоҙ булып балҡыр әле!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: