+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
7 Октябрь 2022, 16:35

Игеҙәк һымаҡ үҫәләр

Фотолағы был һылыу ҡыҙҙар – апалы-һеңлеле Рәфилә һәм Рәлиә Кәримовалар. Баш ҡалабыҙҙағы 122-се баш­ҡорт гимназияһында уҡый улар. Рәфилә – IV, Рәлиә III синыфта белем ала.

Игеҙәк һымаҡ үҫәләр
Игеҙәк һымаҡ үҫәләр

Матур итеп башҡортса аралашҡан ҡыҙҙар бар яҡтан да һәләтле. Икеһе лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Гимназияла үткән бер саранан да ситтә ҡалмайҙар, һәр ҡайҙа ла әүҙемлек күрһәтәләр. Рәлиә әсәһенә оҡшап, матур итеп йырлай, гимназия сәхнәһендә йыш сығыш яһай. 28-се спорт мәктәбендә художестволы гимнастика менән шөғөлләнергә лә өлгөрә, бейергә лә әүәҫ.
Рәфилә иһә 15-се балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөп, пианинола уйнау серҙәренә төшөнгән. Бер генә минутын да бушҡа уҙғарырға яратмаған ҡыҙ сейләндән төрлө биҙәүестәр эшләй, ырғаҡ менән ултырғыс япмалары, уйынсыҡтарға кейемдәр бәйләй. Инглиз телен айырыуса яратып өйрәнә. Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһында математика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса һынатмаған, ә һеңлеһе шул уҡ бәйгелә тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү фәненән еңеүсе булған. Бынан тыш, ҡыҙҙарҙың шиғыр һөйләү, инша яҙыу, төрлө ҡул эштәре яһау буйынса алған әллә күпме диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Бына шундай уңған ҡыҙҙар улар!
Йәш аралары бер генә йыл бул­ғас, игеҙәк һымаҡ үҫә туғандар, гел бергәләр.
– Аллаға шөкөр, үҙ-ара шул тиклем татыуҙар, берҙәмдәр. Серләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Алты йәшлек Финат ҡустыларын да ныҡ яраталар. Ҙурайғас та әлегеләй бер-береһе өсөн йән атып торһондар инде, тип теләп кенә торам, – ти әсәләре Фидәлиә Дамир ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул 47-се моделле балалар китапханаһында эшләй. Бәлки, шуғалыр ҙа ҡыҙҙар бәләкәйҙән китап менән дуҫтар, китапханала йыш булалар, унда уҙғарылған төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашалар.
Әлегә бәләкәйерәк булһалар ҙа, бешеренергә лә әүәҫ икән үҙҙәре. Яҡындарын кекс, ҡоймаҡ бешереп һыйлайҙар, ә ҡустылары апайҙары әҙерләгән фри картуфын, чипцы, кириешкиҙы көтөп ала.
Гимназияның ғорурлығы, өйҙәренең биҙәге булған Рәлиә менән Рәфиләгә матур киләсәк юлдаш булһын!

Ю. ФӘНИЛЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: