-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Октябрь 2022, 09:40

Байрамды көтөп алдыҡ

Был көндө бөтәбеҙ ҙә көтөп алдыҡ. Уға алдан ныҡлап әҙерләндек. «Башҡортостан – данлы ил» тип аталып, ул Башҡортостан гимнын тыңлау менән башланып китте.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар республикабыҙға арналған «Аҡыллылар һәм зирәктәр» викторинаһында көс һынашты, башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырлап, дәртле көйҙәргә бейеп, рәхәтләнеп күңел асты. «Шайморатов генерал вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» флешмобында көсөн һынаған Данэлия Файзуллинаның сығышы ла матур булды.
Кескәй йөрәктәрҙә Тыуған илгә һөйөү уятҡан был байрам һәр кемдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.

Миңзифа ЯНЫШЕВА, Рәсимә ЙӘНҒОЛОВА, тәрбиәселәр.
Өфө ҡалаһы,152-башҡорт балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: