-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Октябрь 2022, 16:50

"Көҙһылыуҙа — ҡунаҡта"

Беҙҙең балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә «Көҙ­һылыуҙа – ҡунаҡта» тигән кисә үтте. Был көндө кескәйҙәр кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр һәм баш­ҡа йәшелсә, емеш-еләк булып кейенеп килгәйне.

Малайҙар, ҡыҙҙар гөрләшеп «поезға» ултырып, урманда йәшәгән Көҙ апайға ҡунаҡҡа бар­ҙы. Әлбиттә, балалар буш ҡул менән барманы, улар йырҙар, шиғырҙар, бейеү бүләк итте.
Көҙһылыу­ҙың тәмлекәстәре байрамдың биҙәге булды. Кес­кәй­ҙәр туйғансы йырлап-көлөп, һыйланып, «сәйәхәт»тән йөҙҙәре ҡояштай балҡый ине.


Илүзә ЕРГИЗОВА, Регина РӘХИМҒОЛОВА, 166-сы башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәселәре.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: