+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
25 Октябрь 2022, 10:25

Башҡортостан – алтын бишегем

Баҡсабыҙҙа Республика көнөнә арнап матур байрам уҙҙы. Тәрбиәселәр үҙ төркөмдәрендә Башҡортостан тураһында әңгәмә ойоштор­һа, ә беҙ музыка етәксеһе Регина Байғусҡарова менән иртәлек үткәрҙек. Ул «Башҡорт­остан – алтын бишегем» тип аталды.

Гүзәл республикабыҙҙы данлап кескәйҙәребеҙ баш­ҡорт һәм урыҫ телдәрендә шиғырҙар һөйләне, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы. Бала­лар­ҙың инглизсә сәләмләү һәм һаубуллашыу йыры ла сарабыҙға йәм өҫтәне. Уны ҡыҙҙар һәм малайҙар өҫтәмә белем биреү педагогы Баныу Асҡарова апайҙары ярҙамы менән әҙерләгәйне.
Кескәйҙәр байрамыбыҙ ҡунағы булып килгән Тыр-тыр (педагог-психолог Әлфиә Солтанова) менән бергәләп «Тирмә» башҡорт халыҡ уйынында ла ихлас ҡатнашты. Һандыҡтағы өлөштәрҙән тор­ған һүрәтте йыйып, Башҡорт­остан Республикаһының дәүләт флагы һәм атрибуттары тураһында белемдәрен арттырҙылар.
Байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Улар Баш­ҡорт­останыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо кисереп, өйҙәренә шат күңел менән таралышты.

 

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: