+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Октябрь 2022, 12:30

Бар яҡтан да килгән ул!

Гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә ойошторол­ған «Беренсе синыфҡа барам» конкурсында әүҙем ҡатнашҡайны Әлфиә Шафиҡова. Ул – Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының I «В» синыфы уҡыусыһы.

Бар яҡтан да килгән ул!
Бар яҡтан да килгән ул!

Үҙенә 6 ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан, гим­назияға ашҡынып барған. Уға бында ныҡ оҡшай. Ошо уҡ белем усағының IV «В» си­ныфында уҡыған Байрас ағаһы һеңлеһен ҡарап ҡына йөрөтә. Тәнәфес ваҡытын­да Әлфиә янына барып, хәлен белеп китә.
Тырыш ҡыҙ күптән хәрефтәрҙе уҡый-яҙа белә. Математиканан шәп үҙе. 100-гә тиклем һанай. Бирелгән мәсьәләләрҙе тиҙ генә сисеп тә ҡуя. Әлифба дәрестәрен дә түҙем­һеҙләнеп көтөп ала. Шиғыр һөйләргә әүәҫ. Бигерәк отҡор ҡыҙ, күҙ теймәһен!
– Әлфиә ҡыҙым бейеү, инглиз теле түңәрәктәренә йөрөй. Уның инглизсә тиҙерәк һөйләшергә өйрәнгеһе килә. Өйҙә яңы һүҙҙәр­ҙе ҡабатлап ҡына тора, ағаһы менән бергә шөғөлләнәләр.
Ялдарын балалар олатай-өләсәйҙәре янында үткәрергә тырыша. Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылына ҡайтып йөрөйбөҙ. Әлфиә бәләкәйҙән улар эргәһендә үҫкәс, бында уға барыһы ла яҡын. Өләсәһе менән олатаһы 5 йыл элек ҡаланан ауылға күсеп ҡайтты. Хәҙер күпләп мал, ҡош-ҡорт тоталар. Уларға балалар ихлас ярҙамлаша. Һәр бер малға исем ҡушып, йәй буйы тәрбиәләп үҫтерешәләр. Йәйгеһен рәхәтләнеп Дим буйында һыу инәләр, ҡомда ҡыҙыналар. Йылға баҡса артында ғына. Быйыл Әлфиә йөҙөргә лә өйрәнде. Быға ҡыуанып бөтә алмай инде.
Әле яңыраҡ өләсәләренең бер һарығы игеҙәк бәрәсләп, бер балаһын ташлаған да ҡуй­ған. Ҡыҙым уны ныҡ йәлләгән. Бигерәк мал йәнле шул үҙе. Етем бәрәсте өйгә индереп, шешәнән һөт эсергә өйрәткән. Уға Һороҡай тип исем ҡушҡан, – ти Әлфиәнең әсәһе Регина.
Бына шундай уңған ҡыҙ булып сыҡты Әлфиә Шафиҡова. Беҙ уның гел һоҡландырып, ҡыуандырып үҫеүен теләйбеҙ.

З. ӘҘЕҺӘМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: