+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Октябрь 2022, 10:25

Малаяҙҙа ла дуҫтарыбыҙ артһын

Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһының IV «Б» синыфы уҡыусылары ла «Һалдатҡа хат» акцияһына ихлас ҡушылған. Улар үҙҙәренең хаттарында: «Ағайҙар, еңеү менән тиҙерәк имен-аман ҡайтығыҙ!» – тип яҙып ебәргәндәр. Шулай була ғына күрһен инде.

Малаяҙҙа ла дуҫтарыбыҙ артһын
Малаяҙҙа ла дуҫтарыбыҙ артһын

Бына шундай бик әүҙем икән дүртенселәр. Үҙҙәрен гимназияла маҡтап бөтә алмайҙар. Улар ҡатнашмаған бер сара юҡ, бар ерҙә лә һынатмайҙар, ихласлыҡ күрһәтәләр.
– Синыфыбыҙға бик татыу һәм әүҙем уҡыу­сылар йыйылған. Төрлө акция, бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алып ҡыуаналар. «Донбассҡа – китаптар», «Еңеүҙе һүрәткә төшөрәбеҙ», «Рәхмәт, һеҙгә ашнаҡсы апай­ҙар!», «Ҡырым яҙы», «Космонавтар көнө» тигән акцияларҙа ҡатнаштыҡ. Әйткәндәй, «Яңы йыл һәм йолалары» Бөтә Рәсәй конкурсын­да Алина Нурҡаева III урын алһа, «Тыуған илемә хеҙмәт итәм» бәйгеһендә Дамир Иштуғанов – II, республика буйынса «Һәр ваҡыт булһын ҡояш!», «Тылсымлы ҡыш» ярыштарында синыфыбыҙ I урын алып һөйөндө, – ти синыф етәксеһе Раушания Рөстәм ҡыҙы Нурҡаева.
Дүртенселәр дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Әле бына «Йәншишмә»гә лә яҙылырға һүҙ бирҙеләр. Тимәк, был гимназияла дуҫтарыбыҙ арта инде. Редакцияла ойошторолған «Гәзиткә яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашырға уйлайҙар. Бик хуп! Бәлки, төп бүләкте отоусы ла ошо балалар араһынан булыр. Ныҡ теләгән теләк тормош­ҡа ашыусан бит ул.

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: