+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
12 Ноябрь 2022, 16:40

Бәләкәс Миленаның оло уңышы

Беҙҙең балалар баҡсаһы ҡала, республика кимәлендә ойошторолған төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Шулар араһында иң көтөп алынғаны, йыл һайын үткәрелеп килгәне – нәфис һүҙ оҫталарының «Илһам» бәйгеһе.

Бәләкәс Миленаның оло уңышы
Бәләкәс Миленаның оло уңышы

Быйылғы конкурста беҙҙең төркөм тәрбиәләнеүсеһе – тыйнаҡ, матур ҡыҙыбыҙ Милена Солтанова ла үҙен һынап ҡараны. Эльза Варшилованың «Башҡортостан» шиғырын тасуири итеп һөйләп, «Иң яғымлы баш­ҡарыусы» номинацияһында еңеү яуланы ул. Тәрбиәләнеүсебеҙҙең уңышына ныҡ һөйөндөк.
Милена – ғаиләләрендә берҙән-бер бала. Ата-әсәһенең һөйөүөнә төрөнөп, иркәләнеп, наҙланып ҡына үҫеп килә. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, баш­ҡортса таҙа һөйлә­шә, күп шиғырҙар, йыр­ҙар белә. Һүрәт төшө­рөргә лә әүәҫ. Әүҙемлеге, ҡыйыулығы менән тиҫ­тер­ҙәренән айырылып то­ра.
Ғөмүмән, Милена йөрөгән өлкәндәр төркөмө балалар баҡсаһында уҙғарылған һәр сарала һынатмай. Баҡса мөдире Земфира Рәшит ҡыҙы Хәсәнова менән өлкән тәрбиәсе Әлмира Фәрит ҡыҙы Шәмсетдинова уларҙы маҡтап бөтә алмай.
Артабан да шулай тырышып, кескәй йөрәктәрҙә туған телгә, илгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләп, ҡыҙҙар һәм малай­ҙарҙы мәктәп юлына әҙерләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Ә бәләкәс Миленабыҙҙың был уңышы ҙур бейеклектәрҙең башы булһын!

Альбина СӘЙФУЛЛИНА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 152-се башҡорт балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: