Ярыш 4 этаптан торҙо. Тәүҙә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, телмәр оҫталығын күрһәтте. Шунан инде йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын һынап ҡаранылар. Ә видеояҙмала улар әсәйҙәре менән аш-һыу бешереп күрһәтергә тейеш ине. Һынатманы ҡыҙҙар. Араларында оҫтарып алғандар ҙа бар. Әлбиттә, дефиле лә булды, кескәйҙәр башҡорт күлдәктәрен кейеп, мода күрһәтте.
Тырыш һәм һөйкөмлө ҡыҙҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. «Иң һомғол һылыу» исемен Сафия алды. Ләйсән – «Иң һөйкөмлө һылыу», Гәлсәр – «Юғары оҫталыҡ», ә Гөлйемеш «Оҫта бейеүсе» номинацияларында билдәләнде.
Гөлнара ТЕМИРОВА.
Өфө районы, Зубов ауылы.