+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
11 Декабрь 2022, 14:25

Саф һауала рәхәтләнәбеҙ

Мин «Йондоҙло» балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөйөм. Математика менән ҡыҙыҡһынам, шиғыр­ҙар ятлайым. Ағайым менән бергәләп китаптар уҡыйбыҙ, бигерәк тә динозаврҙар тураһындағы әҫәрҙәр оҡшай.

Саф һауала рәхәтләнәбеҙ
Саф һауала рәхәтләнәбеҙ

Быйыл атайыбыҙ урамыбыҙға ҙур тау эшләп ҡуйҙы. Ял көндәрен шунда үткәрәбеҙ. Бергәләп сана шыуабыҙ, кескәй һеңлебеҙҙе лә үҙебеҙ менән алып сығабыҙ.
Саф һауала туйғансы уйнап, рәхәтләнеп ял итәбеҙ.

Морат Һөйөндөков.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: