+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
22 Декабрь 2022, 10:30

Шыршыҡайҙар ярышында ҡатнаштылар

Баш ҡалабыҙҙа быйыл “Арт-Шыршы” конкурсы ун дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. Уны, ғәҙәттәгесә, Башҡорт күргәҙмә компанияһы ойошторҙо.

Ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта: быйыл улар 386-ға етте! Яңы йыл ҡупшыҡайын, бөтә фантазияһын эшкә егеп, төрлө материалдан эшләүселәр араһында ижад менән профессиональ шөғөлләнеүселәр ҙә, һәүәҫкәрҙәр ҙә етерлек булды. Олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнашты.

Һеҙ һүрәттә күргән балалар — 108-се мәктәптең II «Б» синыфы уҡыусылары. Рамина Талипова һәм  Ярослав Чехов әсәләре менән бергә яһаған был шыршыҡайҙарҙы, Рамина тубырсыҡтарҙан эшләһә, Ярослав фоамирандан башҡарған. Призлы урын яуламаһалар ҙа, күңелдәре көр — грамота һәм дәртләндереү бүләге алып ҡыуанғандар.

Дуҫтар, һеҙ ҙә төрлө материалдарҙан ошондай матур шыршылар эшләп, өйөгөҙҙө байрамға биҙәй алаһығыҙ.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: