+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
25 Декабрь 2022, 12:40

Күңелендә ҡояш йөрөтә

Илүзә Лотфиева – Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының III «А» синыфы уҡыу­сыһы. Тырыш, һәләтле, әүҙем ҡыҙ һы­ғылмалылыҡ, хәрәкәтсәнлек, етеҙлек, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтлелек талап иткән спорт төрҙәренең береһе булған художестволы гимнастика менән шө­ғөлләнә.

Күңелендә ҡояш йөрөтә
Күңелендә ҡояш йөрөтә

– Өс йәшемдән йөрөйөм. Күнекмәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышам. Хәрәкәттәрҙе дөрөҫ яһарға өйрәнеү еңел түгел, күп көс талап итә. Тик аҙаҡ ярыштарҙа сығыш яһап, уңыштарға өлгәшһәм, күңелемә шул тиклем рәхәт, тағы ла дәртләнеп китәм, – ти Илүзә.
Ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа яулаған еңеүҙәре бихисап. Һәр миҙалын, дипломын ҡәҙерләп һаҡлай.
Уңған ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Башҡорт теле, математика, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү дәрестәрен айырыуса ярата. Туған телгә һөйөүө көслө уның. Ҡалала үҫһә лә, матур итеп башҡортса һөйләшеүе, ул ғына ла түгел, «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Илһам» кеүек мәртәбәле бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулауы һоҡландыра. Шиғыр һөйләү конкурс­тарынан, флешмобтарынан да ситтә ҡалмай.
Рәсем төшөрөргә лә оҫта үҙе. Киләһе йылға сәнғәт мәктәбенә уҡырға барыу теләге менән яна ҡыҙ.
Ата-әсәһенең наҙына, һөйөүөнә төрөнөп, матур, татыу ғаиләлә үҫеп килә Илүзә. Азалия исемле һеңлеһе лә бар. Ул киләһе йылға беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ, әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
– Бәләкәйҙән үҙ аллы бала ул. Беҙ эштән ҡайтыуға дәрестәрен әҙерләп ҡуя, өйҙө тәртиптә тота, интернеттан ҡарап, микротул­ҡынлы мейестә тәмле кекстар ҙа бешерә. Һеңлеһенә лә иғтибарлы. Азалияның уҡытыу­сыһы, тибеҙ беҙ уны. Хәреф танырға, ҡушып уҡырға ла өйрәтте. Бер-береһе өсөн йән атып тора ҡыҙҙарым, һәр ваҡыт бергәләр. Икәүләшеп китаптар уҡыйҙар, мәсьәләләр сисәләр, – ти әсәләре Рита Бүләкбай ҡыҙы.
Күңелендә ҡояш йөрөткән, ихлас, илгәҙәк, мөләйем Илүзә ҡыш миҙгелен яратыуын да йәшермәне.
– Ап-аҡ ҡарлы ҡышты көтөп алам. Рәхәтләнеп тимераяҡта, тюбингта шыуам. Ҡар бабай әүәләйем. Түҙемһеҙлек менән Яңы йыл етеүен көтәм, – ти ул.
Мөғжизәле, серле, сихри был байрам яңы уңыштар, яңы еңеүҙәр, яңы асыштар алып килһен үҙеңә! Йәйғорҙай балҡыған бала сағың бәхетле үтһен, киләсәгең яҡты булһын, Илүзә!

Юлиә КИРӘЕВА.

Күңелендә ҡояш йөрөтә
Күңелендә ҡояш йөрөтә
Күңелендә ҡояш йөрөтә
Күңелендә ҡояш йөрөтә
Күңелендә ҡояш йөрөтә
Күңелендә ҡояш йөрөтә
Күңелендә ҡояш йөрөтә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: