+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Ғинуар 2023, 10:35

Синыф ғорурлығы

Азатты маҡтап бөтә алмайҙар. Ул – Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең IV cиныф уҡыу­сыһы. Уҡыуҙа ла, эштә лә алдынғылар сафында.

Гел «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Математиканан Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеү яулаһа, ә ошо уҡ фәндән Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың республика этабында призёр бул­ған.
Синыфташтары менән дуҫ, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Шуға ла берәй сараға әҙерләнгәндә гел уның менән кәңәшләшеп алалар икән.
– Азат Рәхмәтуллин – синыфыбыҙҙың ғорурлығы. Ул бар яҡтан да килгән. Ҡыҙҙар ҙа уның фекеренә ҡолаҡ һала. Ата-әсәһенә, өләсәһе-ҡартаһына рәхмәт. Матур тәрбиә биргәндәр, – ти синыфтың етәксеһе Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматова.
Өйҙә ата-әсәһенең ышаныслы ярҙамсыһы. Бар эштәрҙе лә ихлас башҡарып ҡуя. Бигерәк мал йәнле инде үҙе, аттарҙы ярата. Йәй буйы атаһына йылҡы малын көтөшкән. Бер ҙә эҫе, тип тормаған. Әйткәндәй, ул «Йәншишмә» гәзитенә лә иң беренселәрҙән булып яҙылып ҡуя.
Мәктәптә уның кеүек өлгөлө, тырыш уҡыу­сылар күберәк булһын ине.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: