+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Ғинуар 2023, 12:30

Бәләкәй генә тимәгеҙ...

Таһир Рәхимов – Ауыр­ғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусыһы. Үҙе Солтанморат ауылынан икән. Беренсе синыфта ғына булыуына ҡарамаҫтан, интернат тормошона тиҙ генә өйрәнеп киткән.

– Әүҙемлеге һоҡландыра. 1 сентябрҙән алып төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡына тора. «Йәншишмә», «Аманат», «Аҡбуҙат» баҫмаларына яҙылған. Уларҙың килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Был гәзит-журналдар уҙғарған бәйгеләрҙә лә һынатмай, – ти уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.
Таһир дәрестән һуң каратэ, бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Оҫта итеп һүрәт тә төшөрә. Ҡоштарға ярҙам итергә лә өлгөрә. Ауылында уларға тағараҡ эшләп ҡуйған. Ҡайтһа, иң беренсе ҡанатлы дуҫтары янына ашыға. Ҡоштарға ашарға ем, тары ярмалары һала.
Солтанморат ауылында йәшәгән олатаһы менән өләсәһенең дә уң ҡулы ул. Таһир уларға гел ярҙам итергә тырыша.
Бына шундай шәп малай үҫеп килә Ауырғазы яҡтарында.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: