+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Ғинуар 2023, 10:20

Өсөһө лә һоҡландыра

Был һүрәттәге ҡыҙҙар – Сәлимә Хәсәнова, Лилиә Нуриманова һәм Иҙелиә Әһлиуллина I синыфта уҡый. Өс таған кеүектәр. «Башҡорт теле» аҙналығында күптәрҙе һоҡландыр­ҙылар.

Башҡорт телен яҡшы беләләр, бик матур йырлайҙар, шиғыр ҙа һөйләйҙәр, уҡыуҙа ла һынатмай­ҙар.
Сәлимә, Лилиә, Иҙелиә балалар баҡсаһына ла бергә йөрөгән. Шундай илгәҙәк, ихлас үҙҙәре. Әллә ҡай­ҙан ҡыс­ҡырып һаулыҡ һорашып торалар. Өйҙәрендә лә улар ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына тора.

Рүзинә БАРЛЫБАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: