+26 °С
Ясно
VKOKМакс
Тирмәкәй
17 Февраля 2023, 09:15

«Һыуыҡ көндә шарт итә...»

«Һыуыҡ көндә шарт итә...»«Һыуыҡ көндә шарт итә...»
«Һыуыҡ көндә шарт итә...»

Һыуыҡ көндә шарт итә...

Ел һеперһә, ялт итә.

Күпер булып ята ла

Һал булып ағып китә.

 

(Боҙ.)

 

* * *

Унда барһам да ҡоймаҡ,

Бында барһам да ҡоймаҡ.

Урман әбей бешергән,

Беҙҙең килерҙе уйлап.

 

(Бәшмәк.)

 

* * *

Бер мәлдә ул йомро йомғаҡ,

Бер мәлдә ул нәҡ ураҡ.

Арымай ҙа, талмай ҙа ул,

Йөрөй гел ерҙе урап.

 

(Ай.)

 

* * *

Йырлап сәстем, йырлап йыйҙым,

Илай-илай тураным.

Иланым, белһәм дә үҙем

Аш тәмләткес булғанын.

 

(Һуған.)

 

* * *

Тәүҙә ашап туйына,

Шунан яйлап йыуына.

Һунарсылап йөрөп ҡайтҡас,

Йоҡлай көндөң буйына.

 

(Бесәй.)

 

* * *

Кем килһә лә ҡаршы ала,

Ят ҡунаҡты өркөтә.

Үҙ бурысын яҡшы үтәп,

Аҙаҡ маҡтауҙы көтә.

 

(Эт.)

 

 

Булат МӨЛӨКОВтан йомаҡтар.

 

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас