+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Февраль 2023, 16:10

Сәхнәлә – Әнүәр Вәхитов!

2019 йылдың 22 феврале... Айсыуаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған концерт бара. Бына сәхнәгә ышанысһыҙ аҙымдар менән, башын эйеп, бәләкәй генә малай сыға.

Сәхнәлә – Әнүәр Вәхитов!
Сәхнәлә – Әнүәр Вәхитов!

Ул үҙенә ҡараған халыҡты күреп, мөлдөрәмә күҙ йәштәрен сығарып, кире төшөп йүгерә... Күҙ асып йомған арала әсәй кеше ҡаушап ҡалған улын тағы сәхнә уртаһына тиклем етәкләп алып сыға. Шунан ғына малай микрофон эргәһенә килеп баҫа:
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал!
Бәләкәй малай залда ултырған өләсәһен күргәс, ҡыйыуланып китеп, йырҙың тағы бер куплетын ике тапҡыр дәртләнеп баш­ҡара. Сәпәкәйләгән халыҡты ишетеп, ҡыуанып китә. Бына ошолай беренсе тапҡыр биш йәшендә йыр донъяһында сирҡансыҡ ала Әнүәр Вәхитов!
Ата-әсәһе үҙен «Аҡбуҙат» фольклор ансамбленә лә йөрөтә башлай. Бында бик күп айырым күнегеүҙәр-дәрестәр үткәрелә. Йырлаған һайын уның күңеле күтәрелә, күҙҙәрендә осҡон бал­ҡый.
Бер йылдан виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан матур ҡумыҙҙар алып бала­ларға дәрестәр үткәрә башланым. Әнүәр был уйын ҡоралын күреү менән таң ҡалды. Ҡы­ҙыҡһыныуы көслө ине. Ике көндән өйрәнеп тә килде. Үҙе уйнай, үҙе бейей, ҡош булып осоп ҡына китмәй ине ул...
Ата-әсәһе улдарының дәртен күреп, ҡайҙа саҡырһалар ҙа, шунда йырларға йөрөтәләр, бергә ҡыуаналар. 2021 йылда уҡ халыҡ-ара онлайн ҡумыҙсылар (Өфө ҡалаһы), Бөтә Рәсәй «Алтын сапсан» (Күмертау ҡалаһы) кон­курс­тарында Әнүәр I урын яуланы. 2022 йылда сәхнәгә ныҡлы өйрәнгән бәләкәс йырсы менән «Сулпылар» балалар телевизион бәйгеһендә лә көс һанап ҡарарға булдыҡ. Уға ныҡлап әҙерләндек. Һәр бер турға яңы йыр һайлап, үҙенсәлекле образ тыуҙырырға тырыштыҡ. Көсөргәнешле эш һөҙөмтә лә бирҙе! 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының «Аҡбуҙат» фольклор ансамблендә шөғөлләнеп көс алған Әнүәр Вәхитов финалға үтеп, I урын алды! Ә Өфө ҡалаһында уҙған Гала-концертҡа йәш йырсының сығышын ҡарарға ике өләсәһе, ике олатаһы һәм күп туғандары килгәйне. Улар янында булғанға «Аҡбуҙат»тың тәрбиәләнеүсеһе ныҡ дәртләнеп, илһамланып, конкурсты беренсе булып башлап ебәрҙе!
Афарин, Әнүәр! Еңеүҙәрең менән! Тырышып уҡы, Тыуған илеңдең ышаныслы, кәрәкле, өмөтлө батыр егете булып үҫ! Һинең телең дә, моңоң да «Шайморатов генерал» тип асылды бит!


Йәмилә РАМАҘАНОВА, Башҡортостандың
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Күмертау ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: