-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
25 Февраль 2023, 10:25

Ҡыҙыҡлы дәрес

Беҙҙең «Ләйсән» балалар баҡсаһының «Йондоҙсоҡтар» төркөмө кескәйҙәре менән Терпе көнөнә арналған «Терпе, терпе, терпекәй» исемле дәрес үткәрҙек. Был көндө балалар түҙемһеҙлек менән көтөп алды.

Ҡыҙыҡлы дәрес
Ҡыҙыҡлы дәрес

Терпе тураһында йомаҡтар систек, шиғыр­ҙар уҡыныҡ, һүрәттәр ҡараныҡ. Кескәйҙәр был йәнлек тураһында күп мәғлүмәт алды, ҡыҙыҡһыныуҙары артты. Һәр береһе үҙенең оҫталығын күрһәтеп, терпенең һүрәтен дә төшөрҙө.
Дәрес бик күңелле һәм файҙалы үтте.

Гөлкәй АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: