+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Февраль 2023, 17:05

Күңелле йәшәйбеҙ!

Беҙҙең II синыфта 6 малай һәм 5 ҡыҙ уҡый. Уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмайбыҙ. Дуҫ, татыубыҙ. Төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Дәрестәрҙән һуң мәктәп янындағы катокта коньки шыуабыҙ.

Күңелле йәшәйбеҙ!
Күңелле йәшәйбеҙ!

Синыфыбыҙ менән төрлө кисәләр, байрамдар, ярыштар үткәрәбеҙ. Атай-әсәйҙәребеҙҙе лә ҡунаҡҡа саҡырып алырға онотмайбыҙ.
Бер көндө район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексына барып ял итеп ҡайттыҡ. Унда бассейнда туйғансы һыу индек, рәхәтләнеп уйнаныҡ. Синыфташтарым араһында иң шәп йөҙөүсе Афзал дуҫым булды. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һыуҙан ҡурҡ­май икән.
Сәйәхәтебеҙ ныҡ оҡшаны. кәйефтәр күтәрелеп, көс-дәрт алып ҡайттыҡ.

Тимур ХАРРАСОВ, II синыф уҡыусылары.
Бөрйән районы, Аҫҡар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: