+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
1 Март 2023, 16:40

Аҡтырнаҡ менән терпе балаһы

Олатайым менән өләсәйемдең өйө урман ситендә генә. Һоҡланғыс матур ерҙә йәшәй улар. Олатайымдың Аҡтырнаҡ ҡушаматлы эте бар. Йәй етһә, икәүләп балыҡҡа ла, еләккә лә, бесәнгә лә, утынға ла, бәшмәккә лә йөрөйҙәр. Айырылмаҫ дуҫтар инде үҙҙәре.

Аҡтырнаҡ менән терпе балаһы
Аҡтырнаҡ менән терпе балаһы

Шулай августың йылы матур иртәһендә олатайым Аҡтырнағы менән бәшмәккә китте. Барып еткәс, һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл була. Береһе бәшмәк йыйһа, икенсеһе тегеләй-былай сабып, урман ҡыҙыра.
Бер мәл Аҡтырнаҡ ағас араһынан атылып килеп сыға ла олатайымды үҙ артынан эйәртергә теләп, балағынан тартҡылай башлай. Барһалар, бер ҡайын төбөндә бәләгә тарыған терпе балаһы ята икән. Уның бер аяғы ер аҫтынан сығып торған тимер сыбығына эләккән булған. Бахырың күпме интегеп ятҡандыр инде... Олатайым әкрен генә терпенең аяғын тоҙаҡтан ысҡындыра. Тик шул урыны яралы ла була. Ни эшләргә? Уны олатайым кәрзиненә һалып өйгә алып ҡайта. Өләсәйем терпе балаһына беренсе ярҙам күр­һәтеп, яраһын таҙартып, аяғын бинт менән бәйләп ҡуя.
Олатайым уға оя яһап, алдына ашарға һала һәм эсергә һөт ултырта. Терпекәй көҙгө һалҡындар башланғансы улар­ҙа йәшәне. Аҡтырнаҡ менән дуҫлашып киттеләр, хатта бер һауыттан һыйландылар. Терпекәй аяғы төҙәлгәс, бесәйгә сысҡандар ҙа тотошто.
Энәле дуҫҡайы ҡышҡылыҡҡа урманға киткәс, Аҡтырнаҡ бойоғоп, моңһоуланып ҡалды. Ул терпенең кире ҡайтырын һағынып көтә. Һауытындағы ризығын аҙ ғына ашай ҙа ҡалғанын ситкә этеп ҡуя.
Бына шундай тоғро дуҫ ул беҙҙең Аҡтырнаҡ!

Самина ӘХМӘТОВА, II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: