+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
9 Март 2023, 09:35

Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ

Сәскәгә балҡып, күкрәп үҫер өсөн ҡояш кәрәк. Йылы, наҙлы ҡояш.Ә әсәйһеҙ бер генә бала ла бәхетле була алмай. Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолдағы "Ләйсән"балалар баксаhының өлкән башҡорт "Сулпылар" төркөмө балалары әсәйҙәрен яҙҙың тәүге байрамы менән ҡотлап, матур сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ

Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡәҙерле кешеләре тураһында шиғырҙар һөйләп, бейеп, уларға булған оло һөйөүен күрһәтә алды. Уйын аша әсәйҙәрҙең хәстәрлекле, иғтибарлы булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбат иттек. Байрам аҙағында кескәйҙәр ғәзиздәренә үҙ ҡулдары менән эщләгән бүләктәр тапшырҙы.

Әсәйем , ҡәҙерлем,
Һиңә рәхмәт йыры йырлайым.
Оҙон ғүмер һиңә теләйем, -

тип йырлап, сарабыҙҙы тамамланыҡ.
Бер әсә лә балаһына насарлыҡ теләмәй, әсәй биргән кәңәштәрҙе тоторға кәрәк. Юҡҡа ғына Ватаныбыҙҙы  әсәгә тиңләмәйҙәр бит.

Эльзина УРАҠАЕВА, тәрбиәсе. 

Ейәнсура районы.

Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: