+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
2 Апрель 2023, 11:30

Гран-при ҙа яуланы

Уңған да, тырыш та, зирәк тә, аҡыллы ла, һәләтле лә, әүҙем дә... Иҫәнғолдағы «Ләйсән» балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән Сәфинә Шәрипова хаҡында һүҙем.

Гран-при ҙа яуланы
Гран-при ҙа яуланы

Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, байтаҡ сараларҙа ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрә. Йырларға һәм бейергә ныҡ ярата. Балалар сәнғәт мәктәбендә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Бынан тыш, бәләкәй генә сағынан уҡ әсәһенең бешеренгәнен күреп, үҙе лә мауығып китә һәм социаль селтәрҙә сәхифә асып, аш-һыу әҙерләү буйынса төрлө видеолар төшөрөп һала. Ул шулай уҡ ҡурсаҡтарына ниндәй кейем тегеүен, йыр-бейеүҙәрен, көндәлек эштәрен дә күрһәтеп бара.
Үҙ аллы хәреф танырға өйрәнә, яҙа, һүрәттәр төшөрә. Уңған ҡыҙ әсәһе менән бергә кәнфиттәрҙән, емеш-еләктәрҙән, сәскәләр­ҙән гөлләмә эшләргә лә өлгөрә, уларҙы бик теләп һатып алалар.
Былтыр район мәҙәниәт йортонда кескәй һылыуҡайҙар өсөн «Мини-мисс» конкурсы үткәйне. Сәфинә унда ла ҡатнашты. Матур итеп үҙе менән таныштырҙы, ижади конкурс­та башҡортса бейеп күрһәтте. Киләсәктә полиция хеҙмәткәре буласағы тураһында йырлап, шиғыр һөйләп, видеоролик күрһәтеп, машинала ла йөрөнө. Сәхнәлә үҙен иркен, ҡыйыу тотоуы менән дә тамашасы һөйөүен яуланы ул. Әсәһе, музыка етәксеһе менән етди әҙерләнеүҙәре бушҡа булманы, Гран-при яуланы!
Шулай бөтәһен дә һоҡландыра беҙҙең Сәфинәбеҙ.

Гөлназ НАЗАРОВА.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Гран-при ҙа яуланы
Гран-при ҙа яуланы
Гран-при ҙа яуланы
Гран-при ҙа яуланы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: