-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
6 Апрель 2023, 11:20

Һау бул, әлифба!

Мәктәбебеҙҙең иң кескәй уҡыусылары әлифба менән хушлашты. Был байрамға бик етди әҙерләнделәр: шиғырҙар ятланылар, йыр-бейеүҙәр өйрәнделәр, синыф бүлмәһен биҙәнеләр. Ә беҙ, дүртенселәр, улар­ға ихлас ярҙам иттек. Әлифба, Туған тел, Почтальон булып уйнаныҡ.

Байрамға ата-әсәләр, өләсәйҙәр ҙә килгәйне. Беренселәр улар алдында төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап эҙләне, ребустар систе, мәҡәлдәр әйтеште, ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөнө. Матур-матур концерт номер­ҙары ла әҙерләгәйнеләр. Сығыштарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Байрам аҙағында беренселәргә әлифбаны уҡып бөтөүҙәре һәм уҡырға өйрәнеүҙәре тураһында танытма тапшырылды. Ата-әсәләр, уҡытыусыбыҙ Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы Ильясова һәр береһенә бүләктәр ҙә таратып сыҡты.
«Әлифба» байрамы бик күңелле үтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар яратҡан дәреслектәрен һағынып иҫкә алыр инде. Уларға белем үрҙәренә артылғанда тырышлыҡ, түҙемлек, уңыштар теләйбеҙ.

Эльмира ВӘЛИЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Төрөмбәт мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: