+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Апрель 2023, 14:15

Оҫта ҡуллы кескәйҙәр

Беҙҙең «Ләйсән» балалар баҡсаһының «Йондоҙсоҡтар» төркөмө кескәйҙәре «Оҫта ҡулдар» түңәрәге башланғанын көтөп ала. Уларға бигерәк тә төҫлө ҡағыҙҙар һәм ҡатырға, салфетка, елем менән эшләү оҡшай. Бер көндө беҙ сәскәләр менән биҙәп батмус яһаныҡ.

Оҫта ҡуллы кескәйҙәр
Оҫта ҡуллы кескәйҙәр

 Һәр береһе бөтә күңелен һалып, ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Эштәр әҙер булғас, «батмус»тарҙы «Беҙҙең ижад» мөйөшөнә элеп ҡуйҙыҡ.
Әйткәндәй, беҙҙең «Йондоҙсоҡтар»ыбыҙ­ҙың ижад емештәре Рәсәй, республика, район кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа призлы урындар алып килә. Бәләкәй генә булһалар ҙа, ана шундай уңған, оҫта ул беҙҙең кескәйҙәр!

Гөлкәй АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: