+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
1 Май 2023, 15:20

Дуҫлыҡтары дауам итһен

Мәктәп эргәһендәге майҙансыҡта сыр-сыу киләләр. Кескәйҙәр физкультура дәресендә саф һауаға сыҡҡан икән. Төрлө күнекмәләр яһайҙар, уйнайҙар, йүгерешәләр.

Дуҫлыҡтары дауам итһен
Дуҫлыҡтары дауам итһен

– Икенселәр менән дүртенселәрҙе бергә уҡытам, – ти уҡытыусылары Гөлсара Фәрит ҡыҙы Дауытова. – Үҙ-ара татыуҙар, күптән дуҫлашып та өлгөрҙөләр. Дәрестәр бергә бер синыфта үткәс, бер-береһенә өйрәнеп тә бөттөләр инде.
Йәйге каникул яҡынлаша. Уны кескәйҙәр яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға йыйына. Ике синыф та уҡыуҙан һынатмай. Икенселәрҙән Зарина Мостафина менән Искәндәр Зәйтүнов гел «бишле»гә генә өлгәшһә, Илсиә Әхмәтйәнова, Айгиз Рәхимов, Илсур Зәйтүнов, Рузанна Ғибәҙуллина, Айзилә Рәхимоваларҙың көндәлектәрен «дүртле» һәм «бишле»ләр биҙәй. Дүртенселәрҙән Динир Малыбаев, Рәсилә Бүләкбаева, Гөлсөм Баракова, Әлфиә Ғәлимйәнова уҡыу алдынғылары икән. Үҙҙәрен уҡытыусылары маҡтап ҡына телгә алды. Әлфиәнең урыҫ теленән Гагарин кубогына республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнашҡанын да белдек.
Икенселәр менән дүртенселәр быйыл айырылыша инде. Уларҙың дуҫлыҡтары дауам итһен. Бергә уҡыған саҡтарын онотмаһындар.

М. СӘЙЕТОВ.
Әбйәлил районы, Яңы Балапан мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: