+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
2 Май 2023, 16:50

Әхирәтем Самира

Самира исемле әхирәтем бар. III синыфта ғына уҡыһа ла, күпте белә ул. Бик һәләтле ҡыҙ үҙе. Моңло итеп йырлай ҙа, матур итеп бейей ҙә, хатта шиғыр­ҙар ҙа яҙа. Уҡыуҙа ла һынатмай, синыфташтары араһында ихтирамлы.

Әхирәтем Самира
Әхирәтем Самира

Өйҙә ата-әсәһенә һәр саҡ ярҙам итергә тырыша. Быйыл ул баян түңәрәгенә лә йөрөй башланы.
Мәктәбебеҙҙә бер байрам да Самираһыҙ үтмәй. Йә шиғыр һөйләй, йә йырлай, йә өҙҙөрөп бейеп ебәрә. Ана шундай шәп ул минең әхирәтем! Уның менән сикһеҙ ғорурланам. Афарин, Самира! Артабан да һиңә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Әхирәтемде һүрәткә лә төшөрҙөм әле.

Розалина МИРХӘЙҘӘРОВА, III синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 18-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: