+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Май 2023, 13:35

Беҙҙе мәктәп көтә!

Беҙҙең 308-се башҡорт балалар баҡсаһын быйыл 62 тәрбиәләнеүсе тамамлай. Әле генә ата-әсәләренә һыйынып, уларҙан бер аҙым да ситкә айырылмаған кескәйҙәребеҙ үҙҙәренең икенсе өйөнә әүерелгән балалар баҡсаһы менән хушлаша. 

Беҙҙе мәктәп көтә!
Беҙҙе мәктәп көтә!

Бәләкәстәр беҙҙә күп нәмә­гә өйрәнде: үҙҙәрен тәртипле тоторға, ололарҙы хөрмәт итергә, һәр ваҡыт ярҙамсыл булырға. Ә иң мөһиме – туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, үҙебеҙҙең ғөрөф-ғә­ҙәттәребеҙҙе хөрмәт итә, белеп үҫә кескәйҙәр!
Иғтибарлы, ҡурсалаусы, һиҙгер тәрбиәселәр ярҙамында балалар баҡсаһы осоро һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тәрбиәләнеүселәребеҙ ҡала һәм республика кимәлендә бик күп уңыштарға өлгәште. Мәҫәлән, «Сулпыҡай» төркөмө «Һаумы, һаумы, әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен туған телдә һөйләү конкурсында матур сығыш яһаны. Ә «Тамсыҡай» һәм «Ҡарлуғас»тар «Илһам», «Речитайка» шиғриәт бәйгеләрендә һынатманы. Шулай уҡ күптәр «Киндер һуғыу», «Ҡаҙ өмәһе», «Ҡурайға дан» кеүек фольклор байрамдарының әүҙем ҡатнашыу­сыһы булды.
Барлыҡ сығарылыш төркөмдәрендә юғары категориялы тәрбиәселәр эшләй. Әйткәндәй, «Сулпыҡай» төркөмө тәрбиәсеһе Эльзида Рафаэль ҡыҙы Хөснөтдинова – «Башҡортостандың баш ҡалаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы» ҡала һөнәри конкурсының «Туған телгә өйрәтеүсе йыл тәрбиәсеһе» номинацияһында еңеүсе, Кескәйҙәрҙең балалар баҡса­һында алған тәүге белемдә­ре алдағы мауыҡтырғыс мәк­тәп тормошонда ныҡлы ҡанат булыр, тип ышанабыҙ.
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм малайҙар!

Мәйсәрә ХАММАТОВА, өлкән тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы,
308-се башҡорт балалар баҡсаһы.

Беҙҙе мәктәп көтә!
Беҙҙе мәктәп көтә!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: