+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Май 2023, 11:30

Атай-әсәйҙәр ҙә уйнаны

Баҡсабыҙҙа ҙур тамаша үт­те. Тәрбиәселәрҙең әкиәт сәхнәләштереү тураһында тәҡдимен ата-әсәләр күтәреп ал­ды. Ролдәрҙе бүлешеп, баш­ҡорт халыҡ әкиәте «Етем Төлкө»нө ҡуй­ҙылар.

Атай-әсәйҙәр ҙә уйнаны
Атай-әсәйҙәр ҙә уйнаны

Һәр кем үҙенең ролен оҫталыҡ менән башҡарҙы. Кейгән кос­тюмдары сағыу, ролдәренә тап килеп, үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итеп кенә тора ине.
Иң тәүҙә балаларҙың сығышы булды. Улар кисәне «Әкиәт саҡыра иленә» исемле йыр менән башлап ебәрҙе. Һуңынан һоҡланғыс тамашалар ҡараныҡ.
Балалар баҡсаһы мөдире Миләүшә Миңлейән ҡыҙы Шкурапеттың дәртләндереп, ярҙам итеп кенә тороуы беҙгә ҙур ышаныс бирә. Был матур сараны тәрбиәсе Оксана Зөлфәр ҡыҙы Ялалова менән икәүләп ойошторҙоҡ.

Таңсулпан ҠАҺАРМАНОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 167-се балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: