+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Май 2023, 10:30

Көндәлеген "бишле"ләр генә биҙәй

Искәндәр ХӘМИТОВ беренсе синыфты яҡшы кәйеф менән тамамлай. Көндәлеген тик «бишле» билдәләре генә биҙәй бит!

Көндәлеген "бишле"ләр генә биҙәй
Көндәлеген "бишле"ләр генә биҙәй

– Беҙҙең синыфта 24 уҡыусы белем ала. Татыуҙар, берҙәмдәр, тырыштар үҙҙәре. Искәндәр өсөн дә ҡыуанып бөтә алмайым. Уның әүҙемлеге һоҡландыра. Дәрескә һәр саҡ әҙерләнеп кенә йөрөй. Төрлө бәйгеләрҙә һынатмай. Бигерәк тә һүрәт төшөрөргә ярата, – тип маҡтай уҡытыусылары Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы Аҡҡужина.
«Йәншишмә» гәзите сайтында «Ҡоштарға ашхана» конкурсы уҙғайны. Был бәйгелә Искәндәр иң-иңе булып танылғайны. Уға редакцияның бүләген, Почёт грамотаһын тапшырҙыҡ.
– Уҡыусымды ныҡ һөйөндөрҙөгөҙ. Һеҙгә бының өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Гәзитте алдырабыҙ, дәрестәрҙә ҡулланабыҙ. «Йәншишмә» менән синыфымдың дуҫлығы артабан да дауам итер. Ул ойошторған бәйгеләрҙә ҡатнашып торорбоҙ, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы.

М. ӘБЕШЕВ.
Йылайыр районы,
Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: