+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
30 Май 2023, 06:40

Тамашаларҙа балалар ҙа ҡатнаша

«Белем» мәғариф үҙәгенең балалар баҡсаһында театрлаштырылған уйындарға ҙур әһәмиәт бирелә. Беҙҙең бәләкәй тәрбиәләнеүселәребеҙ бигерәк тә төрлө спектаклдәр­ҙә уйнарға ярата.

Тамашаларҙа балалар ҙа ҡатнашаТамашаларҙа балалар ҙа ҡатнаша
Тамашаларҙа балалар ҙа ҡатнаша

Һәр бер башҡарған роль бала өсөн ҡыуаныс: сәхнәлә үҙенең кисерештәрен, уй-тойғоларын күрһәтә ала. Һәр бер персонаж өсөн ҡайғыра, үҙен улар урынына ҡуя. Кескәйҙәр яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәнә. Театр – ул сәнғәттең бер төрө. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – үҫеп килгән быуынды халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу, йолалары аша тәрбиәләү.
Шулай уҡ тәрбиәселәр ҙә балалар менән берлектә театр тамашаларында ҡатнаша. Улар балаларға үрнәк булып тора. Нисек үҙеңде сәхнәлә тоторға, оялмаҫҡа, әкиәт геройҙарының хис- тойғоларын тасуирлай белергә, коллектив эшендә ҡатнашырға өйрәтә. Кескәйҙәрҙән Ғайсар Ибраһимов, Гөлйемеш Ильясова, Ислам Хәсәнов, Мәрйәм Шәрипова, Амалия Тойкиева, Диана Байдәүләтовалар сәхнәлә ролдәрен оҫта башҡара.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа матур сифаттар тәрбиәләүҙә халыҡ әкиәттәрен ҡулланыу отошло. Шулай бәләкәстәргә телебеҙҙең матурлығын, байлығын аңлатабыҙ, кеше өсөн ғәзиз булған тыуған ергә, туған телебеҙгә һөйөү, өлкәндәргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләйбеҙ.


Гөлнара ТЕМИРОВА.
Өфө районы, Зубов ауылы.

Тамашаларҙа балалар ҙа ҡатнаша
Тамашаларҙа балалар ҙа ҡатнаша
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас