+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
30 Июнь 2023, 04:49

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Был фотола һеҙ Гөллирә Кирамова, Гөлназ Мәсәлимова, Карина Сафиуллиналарҙы күрәһегеҙ. Һоҡланғыс ҡыҙҙар! Шундай оҫтарып алғандар, бейергә төшөп китһәләр, ҡарап туй­ғыһыҙ үҙҙәренә.

Ҡыҙҙар-йондоҙҙарҠыҙҙар-йондоҙҙар
Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Улар өсөһө лә быйыл IV синыфты тамамланы. Гөллирә – гел «бише»гә, ә Гөлназ менән Карина «дүртле» һәм «бишле»гә генә уҡый. Бейергә ҡайҙа өйрәнгәндәрме? Асҡар­ҙағы «Алтынай» ансамбленә йөрөйҙәр бит. Етәкселәре Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләлә Дамир ҡыҙы Йәнекәева икән. Концерттарҙа, байрамдарҙа «Дуҫлыҡ сәскәһе», «Шаян ҡыҙҙар» бейеүҙәре менән сығыш яһайҙар. Ансамбл­дәре менән Өфөлә лә булып ҡайтҡандар.
Сәхнә матур шундай ҡыҙҙар-йондоҙҙар менән!

М. ӘБЕШЕВ.
Әбйәлил районы, Ҡырҙас мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас