+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тирмәкәй
3 Август 2023, 11:21

Уҡытыусым шиғыр, хикәйәләр ҙә яҙа

Эйе, әлегеләй иҫемдә тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асҡан көнөм. Беҙҙе беренсе уҡытыусыбыҙ Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева ҡаршы алды. Йылы ҡарашлы, шат йөҙлө, тыныс холоҡло, һәр балаға иғтибарлы остазыбыҙҙы беренсе көндән үк яраттыҡ.

Уҡытыусым шиғыр, хикәйәләр ҙә яҙаУҡытыусым шиғыр, хикәйәләр ҙә яҙа
Уҡытыусым шиғыр, хикәйәләр ҙә яҙа

Төрлө төҫкә буялған йәй­ғор кеүек, бөтә яҡлап та килгән минең уҡытыусым. Иң беренсе ул хәреф таныр­ға, һанарға өйрәтте. Мин үҙен икенсе әсәйем һымаҡ күр­ҙем.
Ә «Башҡорт теле» дәреслеген ҡулыма алып, автор­ҙарын ҡараһам, унда уҡытыусымдың исем-шәрифе тора. Мин ғорурланып киттем. Гөлшат Әкрәм ҡыҙының шиғыр, хикәйәләрен уҡып кинәндем.
Синыфыбыҙҙа «Тамсыҡай­ҙар» ижад түңәрәге ойоштороп, уҡытыусыбыҙ беҙҙе шиғыр, хикәйә, әкиәт яҙыу серҙәренә өйрәтте. Ижад эштәребеҙҙең гәзит-журналдарҙа баҫылыуын күреп, ҡанаттарыбыҙ тағы ла үҫеп китә ине. Шуға ла дәрестәрен һәр саҡ көтөп алабыҙ.
Республикабыҙҙа Мәрйәм Бураҡаеваның «Урал батыр мәктәптәре» эшләп килә. Беҙҙә уның етәксеһе – уҡы­тыу­сым Гөлшат Әкрәм ҡы­ҙы. Ул төрлө конкурстар ойоштора һәм бүләктәрен тапшыра. Башланғыс синыфтар араһында үткәрелгән «Һомай һылыу» бәйгеһендә мин Гран-при яулап, приздар алдым.
Гимназиябыҙҙа уҙған төрлө милли сараларҙа Красноусол ауылының ағинәй­ҙәре ҡатнаша. Гөлшат Әкрәм ҡыҙы ла – районыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйе. Ул беҙгә «Өләсәйҙәр һабағы», «Өләсәйем һандығы», «Биртек йыйыу» кеүек йола, уйындар өйрәтте. Шулай уҡ ағинәйҙәр менән бергәләп башҡорт ҡыҙҙарының би­ҙәүестәрен яһайбыҙ. Апайыбыҙ байрамдарҙа беҙҙе буҙа менән һыйлай.
Ул ҡыҙыҡлы осрашыу­ҙар, экскурсиялар ойоштора. Әле яңыраҡ йөҙйәшәр һуғыш ветераны, ауылдашыбыҙ, ар­ҙаҡлы шағир Уйылдан Шәриповтың шиғырҙарына ба­ғышланған «Йөрәк һүҙе» бәйгеһе һәм осрашыу үткәр­ҙе. Унда беҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Диплом, приздар алып һөйөндөк. Районыбыҙ аҡһаҡалы Уйыл­дан олатай бик матур итеп уҡыуҙың кәрәклеге тура­һында һөйләне.
Гөлшат Әкрәм ҡыҙы – абруйлы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол баш­ҡорт гимназияһының оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыу­сыһы. Юҡҡа ғына уға «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы бирелмәгән шул. Ул бит үҙенең 43 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған!
Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем үҙенә.

Зәлинә САҘРИЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас