

Ул Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға барасаҡ. Ҡыҙҙың әсәһе лә шунда уҡыған. Хатта Ралинаның буласаҡ тәүге уҡытыусы Гөлнара Салауат ҡыҙы Хәзиева уның тәрбиәсеһе булған. Бына бит нисек тура килә!
Ралина Тирмән комбинаты ҡасабаһындағы 52-се балалар баҡсаһына йөрөгән. Йырларға ярата. Йырсы Азалия Рәшитованың продюсерлыҡ үҙәгендә шөғөлләнә. Шулай уҡ "Уңыш" спорт бейеүе клубына йөрөй. Өйҙә лә ҙур ярҙамсы.
Был әүҙем ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмаҫ. Уҡыуыңда уңыштар теләйбеҙ һиңә, Ралина.