+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
14 Август 2023, 05:25

Бөрйәнде лә ярата

Сәлим Вәлитов – Туймазы районы Ҡандракүл ауылынан.

Бөрйәнде лә яратаБөрйәнде лә ярата
Бөрйәнде лә ярата

Быйыл I синыфҡа уҡырға барасаҡ. 100-гә тиклем һанай, уҡый ҙа белә инде. Ә яҙырға тәүге уҡытыусыһы өйрәтәсәк. Малай спорт ярата, төрлө трюктар эшләй белә.
Ғаиләләрендә дүрт бала үҫә. Ислам ағаһы, Ынйы апаһы, Усман исемле бәләкәй ҡустыһы бар. Конкурста ҡатнашып, “Күп балалы ғаилә" номинацияһында бүләкләнгәндәр.
Йәй етһә, сәйәхәт итергә яраталар. Яңыраҡ Бөрйән районы Яуымбай ауылында йәшәгән аталары яғынан олаталарына барып ҡайтҡандар. Яуымбайҙа газ юҡ, шуға күрә Ислам өйгә утын индерергә ярҙам итә. Ҡыуана-ҡыуана олатаһының атына ултырып йөрөй.
Тәбиғәтте ярата был ғаилә. Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күргәндәр. Башҡортостандың матур урындары буйлап сәйәхәт итәләр: Мораҙым тарлауығы, Торатау, Шумилов шарлауығы... Сәлимгә Тыуған илен, тыуған ерен яратҡан шәп егет булып үҫеүен теләйбеҙ!

Фото: С.Вәлитова.

Бөрйәнде лә ярата
Бөрйәнде лә ярата
Бөрйәнде лә ярата
Бөрйәнде лә ярата
Бөрйәнде лә ярата
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас