

I синыфҡа төшә бит быйыл. «Ҡасан уҡырға барам инде», – тип көндәрҙе һанай. Искәндәр ағаһы икенсегә бара, өлгө алырлыҡ кешеһе бар Илмирҙың.
Өфөләге 277-се балалар баҡсаһына йөрөгәндә маҡсатҡа ынтылыусан, аралашырға яратҡан, ярҙамсыл малай булараҡ күрһәтте.
“Беҙ – гагаринсылар!" тигән олимпиадала, Өфөлә үткән тағы бер олимпиадала математика һәм логиканан призлы урын алды. Брейк-дансҡа йөрөнө. Шулай уҡ һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө диңгеҙ хайуандары һындарын әүәләргә ярата. Әйткәндәй, быйылғы йәйенең иң иҫтә ҡалған көндәре ғаиләләре менән Дағстанға сәйәхәттә булғандыр. Рәхәтләнеп Каспий диңгеҙендә сумып, тулҡындар менән уйнаған малайҙар. Ауылға ла ҡайтҡандар. Еләк йыйғандар, велосипедта елдергәндәр.
Илмир 110-сы мәктәптә белем аласаҡ. Мәктәптә лә һынатма, тип теләйбеҙ уға.
Фотолар Исламовтарҙың ғаилә архивынан.