+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Август 2023, 12:00

Ҡомһоҙ Ҡуян

Алыҫ-алыҫ урманда йәшәгән, ти, бер Ҡуян. Ул бик ҡомһоҙ булған, шуға ла берәү менән дә һыйыша алмаған.

Бер көндө Ҡуян нимә эшләргә белмәй, тегеләй-былай һикереп йөрөгәндә ҡурай еләге тиреп йөрөгән Айыуҙы күреп ҡала. «Бөтә еләк уға ғына булһынмы? Миңә ҡыш­ҡылыҡҡа бер ни ҙә ҡалмай бит», – тип уйланып, эй, көйгән, ти, был. Шунан тиҙ генә бер хәйлә ҡор­ған.
– Һаумы, Айыу, бал ашағың киләме? Анау яҡта Тейен бал тарата, тиҙәр, – тип алдаған тегене.
Бал, тигәс ни, Айыу еләген дә онотоп, Тейенгә йүгергән. Ә Ҡуян тиҙ генә еләк менән тулы силәкте алып өйөнә ашыҡҡан.
Ҡайтып еткәс, өйгә инәм тиһә, силәк ҙур булып сыға, ишеккә һыймай, ти. Ни эшләргә белмәй аптырап тор­ғанда хәйләкәр Төлкө пәйҙә була. Ҡуян унан ярҙам һорай. Теге шунда уҡ ризалаша.
– Ҡуянҡай, һыуһанымсы, миңә бер сынаяҡ ҡына һыу сығар әле. Шунан еләкте индерербеҙ, – ти ул.
Ҡуян өйгә инеп, һыу алып сыҡһа, Төлкөнән дә, еләктән дә елдәр иҫкән икән.
Бына шулай шеш ҡолаҡ тайыш табанды алдап, үҙе лә төп башына ултырған. Әгәр ҙә кешегә яманлыҡ эшләһәң, үҙеңә кире әйләнеп ҡайта, тиҙәр бит.

Динә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы,
Бәжекәй мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: