

Мин яҡшы уҡыным, төрлө мәктәп, район һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып барҙым. Еңеүҙәрем дә булды, әлбиттә, бында уҡытыусымдың да өлөшө ҙур. Нәзилә Зәкир ҡыҙының синыфына беҙҙең кеүек балалар килеүен теләйем.
Йәйге каникулымды күңелле һәм файҙалы үткәрҙем. Ҡартатайым һәм ҡартәсәйем янында Урыҫбай ауылында ла булдыҡ.
Камила ИСҠУЖИНА.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.