+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тирмәкәй
7 Сентябрь 2023, 15:00

Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә

Сибай ҡалаһынан туғыҙ айлыҡ Азалиә Әхмәтшина Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөнә биҙәүестәр һайлай. Дуҫтар, ә һеҙ милли кейем әҙерләнегеҙме?

Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнәАзалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә
Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә

Кескәй Азалиә кейгән биҙәүестәрҙе өләсәһе – Баймаҡ районының Төркмән ауылында йәшәгән оҫтабикә Рәғиҙә Әхмәтшина яһай.

2021 йылда Төркмәндә мал ауырыуы таралыу сәбәпле һыйырҙар бөтөрөлә, һәм ҡатын-ҡыҙ ныҡлап ҡул эшенә тотона. Шул осорҙа Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы өйөндә милли кейем һәм биҙәүестәр тегеү буйынса түңәрәк ойоштороп ебәрә. Оҫтабикәләр «Ихлас» тигән төркөм булып берләшә. Бөгөн төркөмдә 200-гә яҡын кеше иҫәпләнә.

«Ихлас»тың башланғысын Башҡортостандың башлығы Радий Хәбиров та хуплаған – һигеҙ теген машинаһы бүләк иткән. Шулай уҡ төркөмгә яңы ғына ремонт эшләнгән ауыл мәҙәниәт йортонан бүлмә бирелгән.

– Теген машиналарының икәүһе балаларға тәғәйенләнгән. Киләсәктә мәктәп уҡыусылары өсөн түңәрәк асырға ниәтләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың мираҫын йәш быуынға тапшырырға кәрәк, – ти Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы.

Бәләкәй Азалиә түңәрәктең асылғанын көтмәҫкә булған – әле үк теген машинаһына үрелә, сәйләндәр менән таныша.

Фото авторы: Рәғиҙә Әхмәтшина.

Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә
Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә
Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә
Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә
Азалиә Милли кейем көнөнә әҙерләнә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас