+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
3 Октябрь 2023, 06:00

Ай ҡыҙы

Айым Әлмөхәмәтоваға ни бары өс кенә йәш. Ул беҙҙең «Йондоҙло» балалар баҡсаһындағы «Ҡояшҡай» төркөмөнә йөрөй. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар ҙа ала.

Ай ҡыҙыАй ҡыҙы
Ай ҡыҙы

Ҡыҙ йәмле йәй мәлендә яратҡан гәзитебеҙ «Йәншишмә» уҙғарған «Беҙҙең бала саҡ» фотоконкурсында ла ҡатнашты һәм Почёт грамотаһы менән махсус бүләк алып шатланды.
Айым, бөтә бәләкәй ҡыҙҙар кеүек, ҡурсаҡ уйнарға ярата: уны ашата, әүрәтә, бишек көйөнә йоҡлата. Алсаҡ, мөләйем булғас, дуҫтары ла күп, тәрбиәселәрҙең беренсе ярҙамсыһы бит үҙе.
Тырыш ҡыҙ киләсәктә ата-әсәһен, Әмилә апаһын ҡыуандырып ҡына торһон.


Резедә МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас