

Был һөнәр эйәләре бик мөһим эш башҡара. Янғын сыҡҡан саҡта шылтыратыуҙы диспетчер ҡабул итә. Ул бригаданы ҡаза урынына ебәрә. Кәрәк булһа, шунда уҡ «Тиҙ ярҙам» да килеп етә.
Балалар уйында ихлас ҡатнашты. Беҙ, тәрбиәселәр, был изге һөнәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм хөрмәт уята алыуыбыҙға шатбыҙ.
Альбина НИҒӘМӘТУЛЛИНА,
23-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Белорет ҡалаһы.